YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 18

18
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-75; 27:11-14; Мрк 14:43-72; 15:2-5; Лк 22:47-62; 23:2-5)
1Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде. 2Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. 3Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.
4Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты.
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
5Тегеләр Уға:
– Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе.
– Ул – Мин, – тине Ғайса.
Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. 6Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.
7Ғайса йәнә:
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Назаралы Ғайсаны, – тине.
8– Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.
9Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.
10Шимғон Петрустың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малхос ине.
11Ғайса Петрусҡа:
– Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.
12Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне. 13Тәүҙә Уны шул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфастың ҡайныһы Ханнас янына алып барҙылар. 14Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Ҡаяфас ине.
15Шимғон Петрус һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш ҡаһин менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш ҡаһиндың ихатаһына инә алды, 16ә Петрус ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш ҡаһиндың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрусты эскә алып инде. 17Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрустан:
– Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул:
– Юҡ, – тине.
18Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петрус та килеп улар менән бергә йылынды.
19Иң баш ҡаһин Ғайсанан шәкерттәре һәм нимәләргә өйрәтеүе тураһында һорашты.
20– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. 21Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.
22Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты:
– Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?
23Ғайса уға:
– Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.
24Шунан Ханнас Ғайсаны бәйләнгән килеш иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа ебәрҙе.
25Шунда йылынып торған Шимғон Петрустан:
– Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар.
– Юҡ, – тип инҡар итте Петрус.
26Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петрус сабып өҙгән кешенең туғаны:
– Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.
27Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
28Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.
29Пилатос үҙе улар янына сыҡты:
– Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?
30Тегеләр уға:
– Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.
31– Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ, – тине Пилатос.
Йәһүдтәр:
– Беҙҙең кемде лә булһа үлем язаһына тарттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тинеләр.
32Был иһә Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.
33Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.
34– Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.
35– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.
36– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.
37– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос.
Ғайса уға:
– Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.
38– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға:
– Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. 39Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итәм. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тине.
40Шунда барыһы ла:
– Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы.
Бараббас иһә юлбаҫар ине.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 18: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्