YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 19

19
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
1Шунан һуң Пилатос Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. 2Ғәскәриҙәр, сәнскәктән таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр һәм 3бер-бер артлы уның янына килеп:
– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.
4Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа:
– Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине.
5Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты.
– Бына ул Кеше! – тине Пилатос.
6Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс:
– Уны арҡысаҡҡа#19:6 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
Пилатос уларға:
– Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.
7Йәһүдтәр:
– Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса, Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.
8Быны ишеткәс, Пилатос бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө 9һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан:
– Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны.
Әммә Ғайса яуап бирмәне.
10– Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилатос. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме ни?
11Ғайса уға яуап итеп:
– Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.
12Был һүҙҙәренән һуң Пилатос Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә:
– Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың#19:12 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.
13Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилатос Ғайсаны сығарып, йәһүдсә «Ғаббаҫа» тип йөрөтөлгән «Таш баҫма» тигән ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. 14Ҡотҡарылыу байрамына әҙерлек көнө, төш тирәһе ине. Пилатос йәһүдтәргә:
– Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине.
15Ә улар:
– Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне.
– Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос.
Баш ҡаһиндар:
– Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.
16Ахырҙа Пилатос Ғайсаны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
(Маҫ 27:33-44; Мрк 15:24-32; Лк 23:33-43)
17Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгоҫа» тип аталған урынға килде. 18Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. 19Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 20Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары Пилатосҡа:
21– «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр.
22Пилатос:
– Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.
23Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Эске күлдәген дә алдылар, күлдәк тегелмәгән, бер бөтөн туҡыманан ине.
24 # Зәб 21:19. Улар бер-береһенә:
– Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште.
Был хәл Изге Яҙмалағы:
«Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар,
ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», –
тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.
25Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. 26Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә:
– Бына был – һинең улың, – тине. 27Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине.
Шул ваҡыттан башлап шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.
Ғайсаның үлеме
(Маҫ 27:48-50; Мрк 15:36-37; Лк 23:36)
28 # Зәб 68:22. Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн:
– Һыуһаным! – тине.
29Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас:
– Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.
31Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған кешеләрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилатостан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан төшөрә алырҙар ине.
32Ғәскәриҙәр килеп, Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, унан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күрҙеләр һәм аяҡтарына теймәнеләр. 34Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты.
35Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә. 36#Зәб 33:21; Сығ 12:46; Иҫп 9:12.Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. 37#Зәк 12:10.Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Маҫ 27:57-61; Мрк 15:42-47; Лк 23:50-56)
38Шунан һуң сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ Пилатостан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилатос рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. 39Элегерәк төндә Ғайса янына барған Никодемус та уның менән бергә ине. Ул йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ#19:39 Мирра менән алоэ – «Мирра» – йәһүдтәрҙең дини йолаһы буйынса ерләү алдынан мәйеткә һөртөлә торған ҡыйбатлы еҫле ыҫмала. «Алоэ» – үлән. Япрағынан ҡиммәтле хуш еҫ әҙерләгәндәр. Үлгән кешене ерләр алдынан уны туҡымаға һеңдергәнсе һөрткәндәр. ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. 40Улар, Ғайсаның мәйетен алып, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һеңдерелгән кәфенгә уранылар. 41Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә – бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булған өсөн һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 19: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्