YouVersion लोगो
खोज आइकन

Яхъя 20

20
Ғайсаның терелеүе
(Маҫ 28:1-10, 16-20; Мрк 16:1-18; Лк 24:1-12, 36-49)
1Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе. 2Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға:
– Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.
3Петрус менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте. 5Эйелеп эскә ҡарағас, ул шунда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6Уның артынса Шимғон Петрус та килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. 9#Зәб 15:10.Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. 10Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.
11Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм 12унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:
13– Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар.
– Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.
14Шулай тигәндән һуң боролоп, артында баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.
15– Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса.
Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап:
– Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине.
16Ғайса уға:
– Мәрйәм! – тип өндәште.
Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә:
– Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
17– Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам».
18Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып:
– Мин Хакимыбыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайса әйткәндәрҙе һөйләп бирҙе.
19Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 20Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.
21Ғайса тағы:
– Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.
22Шулай тип, һулышын уларға өрҙө:
– Изге Рухты ҡабул итегеҙ! 23Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәйһегеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ, – тине.
«Күрмәйенсә инанғандар бәхетле»
24Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, улар янында юҡ ине.
25Башҡа шәкерттәр уға:
– Беҙ Хакимыбыҙҙы күрҙек! – тинеләр.
Ә Томас уларға:
– Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.
26Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 27Унан Томасҡа: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә ҡағыл! Шикләнмә, ә ышан, – тине.
28– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас.
29Ғайса уға:
– Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Күрмәйенсә инанғандар ни тиклем бәхетле, – тине.
30Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. 31Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Яхъя 20: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्