Яхъя 10
10
Ғайса – яҡшы көтөүсе
1– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар. 2Ә ҡапҡанан инеүсе һарыҡтарға көтөүсе була. 3Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. 4Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, ул алдан атлай, ә һарыҡтар артынан эйәреп бара, сөнки улар уның тауышын таный. 5Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағанлыҡтан, унан ҡасып китәләр.
6Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.
7Ғайса иһә һүҙен дауам итте:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа. 8Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ. 10Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
11Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. 12-13Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.
14-15Мин – яҡшы көтөүсе. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн ғүмеремде бирәм. 16Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм. 18Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Миңә Атам бирҙе.
19Был һүҙҙәр һөҙөмтәһендә йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты.
20– Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине күптәре.
21Башҡалары иһә:
– Былар ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тип ҡаршы төштө.
Йәһүдтәрҙең Ғайсаны ҡабул итмәүе
22Ҡыш килеп етте. Иерусалимда Яңырыу байрамы#10:22 Яңырыу байрамы – Иерусалимдағы Алла Йортоноң б. э. тиклем 165-се йылда яңынан асылыуын иҫкә алыу байрамы. ине. 23Ғайса Алла Йортонда Сөләймән бағаналы залы буйлап йөрөгән саҡта, 24йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды.
– Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Мәсих булһаң, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр Уға.
25Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Мин һеҙгә әйткәйнем инде, ә һеҙ ышанмайһығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 26Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. 27Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. 28Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. 29Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. 30Мин һәм Ата – бербеҙ.
31Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.
32– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.
33Йәһүдтәр Уға:
– Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.
34Ғайса уларға шулай яуап бирҙе:
– Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? 35Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, 36«Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит. 37Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. 38Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.
39Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.
40Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. 41Уның янына күптәр килеп бер-береһенә:
– Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.
42Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды.
Выбрано:
Яхъя 10: BskNT14
Выделить
Поделиться
Копировать
Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь
© Институт перевода Библии, 2014