Яхъя 18
18
Ғайсаны ҡулға алыу
1Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Кедрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде. 2Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. 3Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла Йортоноң баш руханиҙар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.
4Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, улар алдына сыҡты.
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
5Тегеләр Уға:
– Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе.
– Ул – Мин, – тине Ғайса.
Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. 6Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.
7Ғайса йәнә:
– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
Улар:
– Назаралы Ғайсаны, – тине.
8– Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.
9Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.
10Симон Петрҙың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малх ине.
11Ғайса Петрға:
– Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.
12Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне. 13Тәүҙә Уны шул йылда иң баш рухани булған Каиафаның ҡайныһы Аннас янына алып барҙылар. 14Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Каиафа ине.
15Симон Петр һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш рухани менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш руханиҙың ихатаһына инә алды, 16ә Петр ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш руханиҙың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрҙы эскә алып инде. 17Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрҙан:
– Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул:
– Юҡ, – тине.
18Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петр ҙа килеп улар менән бергә йылынды.
19Иң баш рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм Уның өйрәтеүҙәре тураһында һорашты.
20– Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. 21Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.
22Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты:
– Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?
23Ғайса Уға:
– Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.
24Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.
25Шунда йылынып торған Симон Петрҙан:
– Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар.
– Юҡ, – тип ваз кисте Петр.
26Иң баш руханиҙың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петр сабып өҙгән кешенең туғаны:
– Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.
27Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
28Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары#18:28 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына#18:28 Идарасы һарайы – грек телендә «преториум». алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.
29Пилат үҙе улар янына сыҡты:
– Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ?
30Тегеләр уға:
– Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.
31– Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат.
Йәһүдтәр:
– Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр.
32Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.
33Пилат, һарайына ҡабат инеп, Ғайсаны саҡырып алды:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы?
34– Һин быны үҙеңдән генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.
35Пилат Унан:
– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.
36– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.
37– Тимәк, Һин Батша?
Ғайса уға:
– Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.
38– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. 39Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итергә тейешмен. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме?
40Шунда барыһы ла:
– Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы.
Варавва иһә юлбаҫар ине.
Выбрано:
Яхъя 18: BskNT14
Выделить
Поделиться
Копировать
Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь
© Институт перевода Библии, 2014

: