Яхъя 20

20
Ғайсаның үленән терелеүе
1Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ауыҙына терәтелгән таштың ситкә алып ташланыуын күрҙе. 2Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға:
– Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.
3Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрға ҡарағанда шәберәк йүгерҙе, алданыраҡ барып етте. 5Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6Уның артынса Симон Петр ҙа килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. 9Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. 10Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.
11Ә Мәрйәм тышта ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм 12унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш осонда, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:
13– Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны.
– Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. 14Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.
15– Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса.
Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап:
– Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине.
16Ғайса уға:
– Мәрйәм! – тип өндәште.
Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә:
– Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
17– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».
18Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып:
– Мин Хужабыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе.
19Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 20Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.
21Ғайса тағы:
– Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.
22Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп:
– Изге Рухты ҡабул итегеҙ! 23Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, – тине.
«Күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле»
24Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине.
25Башҡа шәкерттәр уға:
– Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр.
Ә ул уларға:
– Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.
26Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып:
– Именлек һеҙгә! – тине. 27Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.
28– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
29Ғайса уға:
– Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.
30Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. 31Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.

Выбрано:

Яхъя 20: BskNT14

Выделить

Поделиться

Копировать

None

Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь