Лукас 19

19
Ғайса һәм Зәкхәйос
1Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине. 2Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине. 3Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышты, ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алманы. 4Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине. 5Ғайса унда килеп еткәс, күтәрелеп ҡараны ла:
– Зәкхәйос! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тине.
6Зәкхәйос тиҙ генә төштө лә Ғайсаны шатланып өйөнә алып ҡайтты. 7Был хәлде күреп торған барыһы ла:
– Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.
8 # Сығ 22:1. Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға:
– Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.
9– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.
Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса
(Маҫ 25:14-30)
11Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләне. Ул Йәрүсәлимгә яҡынлашҡайны, ә халыҡ, оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш, тип уйлай ине. 12Ғайса былай тине:
– Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан. 13Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә#19:13 Көмөш тәңкә – грекса «мна». Бер мна 100 динарға, тимәк, 100 эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡына тигеҙ. биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланып табыш алығыҙ», – тигән. 14Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.
15Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса биргән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғанын белешер өсөн, уларҙы үҙенең янына саҡырырға ҡушҡан. 16Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идара ит», – тигән. 20Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом. 21Һин бит аяу белмәҫ кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит! 23Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем», – тигән.
24Шунан янындағыларға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанына бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26Хужа уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Маҫ 21:1-9; Мрк 11:1-10; Ях 12:12-19)
28Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Йәрүсәлимгә табан юл тотто. 29Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге менән Бейт-Әниә ауылдарына яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәрҙе:
30– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31Әгәр берәйһе: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.
32Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапты. 33Улар йәш ишәкте бауҙан ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары:
– Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.
34Шәкерттәр:
– Ул Хужабыҙға кәрәк, – тинеләр.
35Ишәкте Ғайса янына алып килделәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырҙылар. 36Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне.
37Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар:
38 # Зәб 117:26. – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!
Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
39Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға:
– Остаз, шәкерттәреңде тый! – тине.
40Ғайса иһә:
– Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы.
Ғайсаның Йәрүсәлим өсөн илауы
41Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы:
42– Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң ине! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.
Алла йортон таҙартыу
(Маҫ 21:12-16; Мрк 11:15-18; Ях 2:13-22)
45Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы#19:45 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һатып алыусыларҙы» тигән һүҙҙәр ҙә бар. ҡыуып сығарырға кереште.
46 # Ишғ 56:7. # Йер 7:11. – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто булыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
47Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне. 48Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине.

Выделить

Поделиться

Копировать

None

Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь