YouVersion Logo
Search Icon

Яхъя 12

12
Вифанияла Ғайсаға май һөртөү
1Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Вифанияға килде. Ул Ғайса үлемдән терелткән Лазарь йәшәгән ауыл ине. 2Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. 3Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард#12:3 Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек. майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.
4Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:
5– Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.
6Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.
7Ғайса былай яуап бирҙе:
– Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. 8Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
9Ошо ваҡыт күп йәһүдтәр, Ғайсаның Вифанияла икәнлеген белеп, шунда килде. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Лазарҙы күрергә тип тә килгәйне. 10Шунлыҡтан баш руханиҙар Лазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте, 11сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны.
Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе
12Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Иерусалимға килеүен ишеткәс, 13хөрмә ағасы ботаҡтары тотоп Уны ҡаршыларға сыҡты һәм:
– «Осанна!#12:13 Осанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «ярҙам ит» тигәнде аңлата, ә «Аллаға дан» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе,
Израиль Батшаһы мөбәрәк булһын!» –
тип ҡысҡырҙы.
14Ғайса бер ишәк табып шуға атланды, һәм эш Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:
15«Ҡурҡма, Сион ҡыҙы#12:15 Сион ҡыҙы – Иерусалим халҡы. Сион тауында Иерусалим ҡалаһы урынлашҡан..
Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
16Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, ә инде Ғайса данлы бөйөклөккә өлгәшкәндән һуң, Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.
17Ғайса Лазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Уның менән булған кешеләр күргән хәл тураһында һөйләне. 18Халыҡ Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәйне, шуға күрә Уны ҡаршы алырға сыҡты.
19Фарисейҙар иһә үҙ-ара:
– Күрәһегеҙме, беҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмайбыҙ. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.
Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәген белгертеүе
20Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине. 21Улар, Галилеялағы Вифсаиданан булған Филипп янына килеп:
– Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.
22Филипп был хаҡта Андрейға әйтте, икәүләп был үтенесте Ғайсаға еткерҙеләр. 23Ғайса:
– Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. – 24Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар. 26Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.
27Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде. 28Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт.
Шул ваҡыт күктән:
– Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
29Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште. Ҡайһы берҙәре иһә: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.
30Быға ҡаршы Ғайса:
– Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. – 31Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. 32Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.
33Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте. 34Халыҡ Уға былай яуапланы:
– Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул – Әҙәм Улы?
35Ғайса:
– Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. 36Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса уларҙың күҙенән юғалды.
Халыҡтың Ғайсаға ышанмауы
37Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар. 38Сөнки Ишағыя пәйғәмбәрҙең:
«Раббым! Беҙҙең хәбәргә кем ышанды?
Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» –
тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.
39Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыя йәнә әйткәнсә:
40«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте,
йөрәктәрен ҡатырҙы.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар
һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
41Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.
42Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр. 43Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.
44Ғайса көслө тауыш менән:
– Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәреүсегә инана, – тине. – 45Мине күргән Мине Ебәреүсене күрә. 46Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. 48Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәүсенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән Һүҙ хөкөм итәсәк. 49Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе. 50Мин Уның әмере мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.

Currently Selected:

Яхъя 12: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in