Маркус 5
5
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 8:28-34; Лк 8:26-37)
1Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2Ғайса кәмәнән төшөү менән, яуыз рух эйәләшкән бер кеше, ҡәбер мәмерйәләренән#5:2 Ҡәбер мәмерйәһе – ул дәүерҙә мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар. сығып, Уға ҡаршы килде. 3Был кеше ҡәберҙәр эсендә йәшәй һәм уны һис кем хатта сынйырҙар менән дә бәйләп тота алмай ине. 4Уны әллә нисәмә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулын бығаулап, сынйыр һалғандар, ә ул сынйырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән. 5Ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән туҡмап яралар булған. 6Ул Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килде лә аяғына йығылды.
7– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.
8Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны.
9– Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса.
– Исемем Ғәскәр#5:9 Ғәскәр – грекса «легион». Был римлыларҙың 6000 яугирҙән торған иң ҙур хәрби төркөмө., сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге 10һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.
11Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.
12– Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялбарҙы ендәр.
13Ғайса рөхсәт иткәс, яуыз рухтар, кешенән сығып, сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14Сусҡа ҡараусылар йүгереп йөрөп был хәбәрҙе ҡалала һәм ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр ни булғанын күрер өсөн 15Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр уларға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбара башланы. 18Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, ендән ҡотолған кеше Уның менән бергә барырға рөхсәт итеүен һораны. 19Әммә Ғайса риза булманы.
– Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.
20Теге кеше китеп, Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнлеген Ун Ҡалала#5:20 Ун Ҡала – грекса «Декаполис». Башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙ аллы ҡалалар федерацияһы. һөйләп йөрөнө. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.
Һауыҡҡан ҡатын һәм терелгән ҡыҙ
(Маҫ 9:18-26; Лк 8:41-56)
21Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күмәк халыҡ йыйылды. Ул күл буйында саҡта, 22ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды:
23– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.
24Ғайса уның менән китте.
Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе. 25Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26Ул, бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле насарлана ғына барған. 27Ғайса хаҡында ишеткәс, ул халыҡ араһына инде лә, артынан килеп, ҡулы менән Уның кейеменә тейҙе. 28Эсенән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 29Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо. 30Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын һиҙеп, халыҡҡа боролдо.
– Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны Ул.
31– Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ни өсөн: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре.
32Әммә Ул, тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаның янына килде лә, аяғына йығылып, Уға дөрөҫөн һөйләп бирҙе.
34– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.
35Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яйростың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа:
– Ҡыҙың үлде. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.
36Әммә Ғайса был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа:
– Ҡурҡма, бары ышан ғына! – тине.
37Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе.
39– Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.
40Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41Баланың ҡулынан тотоп:
– Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!»
42Ҡыҙыҡай шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла хайран ҡалды. 43Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.
Currently Selected:
Маркус 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023