YouVersion Logo
Search Icon

Лукас 1

1
1Арабыҙҙа булып уҙған ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. 2Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алланың һүҙен иғлан итеп йөрөгән һүҙ хеҙмәтселәренең һөйләгәндәренә таянып яҙҙы. 3Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. 4Был һиңә өйрәтелгән белемдең дөрөҫлөгөн күрһәтер.
Сумдырыусы Яхъяның тыуасағы тураһындағы хәбәр
5 # 1 Йыл 24:10, 19. Йәһүҙиәлә, Һируд батша заманында, ҡаһиндарҙың Авияһ төркөмөнән Зәкәрьяһ исемле бер ҡаһин йәшәй ине. Уның Әлисабет исемле ҡатыны ла шулай уҡ Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булды. 6Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды. 7Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде.
8Бер ваҡыт, Зәкәрьяһ үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла йортонда ҡаһин хеҙмәтен башҡарғанда, 9#Сығ 30:9.ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө. 10Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта, халыҡ Алла йортоноң тыш яғында тороп доға ҡылды. 11Шул ваҡыт Зәкәрьяһ алдында, хуш еҫ төтәҫләгес ҡорбан усағының уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булды. 12Уны күргәс, Зәкәрьяһ ҡаушап ҡалды һәм уны ҡурҡыу солғап алды. 13Фәрештә уға былай тине:
– Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. 14Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. 15Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. 16Ул Исраил халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. 17#Млх 4:6.#Ишғ 40:3.Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.
18Зәкәрьяһ фәрештәнән:
– Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораны. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.
19 # Днл 8:16; 9:21. Фәрештә уға:
– Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. 20Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы.
21Халыҡ, Зәкәрьяһтың Алла йортонда оҙаҡлауына аптырап, тышта көтөп торҙо. 22Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды.
23Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, ул өйөнә ҡайтты. 24Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Әлисабет ауырға ҡалды, биш ай буйы өйөнән сыҡманы.
25– Раббы быны минең турала хәстәрлек күреп эшләне, кешеләр алдындағы хурлығымды юйҙы, – тине ул.
Ғайса Мәсихтең тыуасағы тураһындағы хәбәр
26Әлисабеттың ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәрҙе. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгәйне. 28Фәрештә Мәрйәм янына килеп:
– Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәште.
29Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалды һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты. 30Фәрештә һүҙен дауам итте:
– Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. 31#Ишғ 7:14.Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса#1:31 Ғайса – йәһүдсә «Йеһошуағ» – «Раббы ҡотҡара» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡуш. 32#Ишғ 9:7.Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33#1 Йыл 22:10; Днл 7:14.Ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
34– Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тине Мәрйәм.
35– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. – 36Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте. 37Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
38– Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тине Мәрйәм.
Шунан һуң фәрештә уның янынан китеп барҙы.
Мәрйәмдең Әлисабет менән осрашыуы
39Күп тә үтмәне, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға китте. 40Унда Зәкәрьяһ йәшәй ине. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Әлисабет менән иҫәнләште. 41Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды.
42– Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәште Әлисабет көслө тауыш менән. – 43Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хакимымдың әсәһе үҙе яныма килгән! 44Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. 45Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!
Мәрйәмдең мәҙхиә һүҙҙәре
46 # 1 Бат 2:1; Хав 3:18. Мәрйәм былай тине:
– Күңелем минең Раббыны данлай,
47рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,
48Ул Үҙенең күндәм ҡолона күҙ һалды.
Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,
49сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды –
Уның исеме мөҡәддәс.
50 # Сығ 20:6; Зәб 102:17. Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға
быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә.
51Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы,
тәкәббер уйлыларҙы ҡыуып таратты.
52Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө,
түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.
53 # 1 Бат 2:5. Астарҙы ниғмәттәр менән туйындырҙы,
байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.
54-55 # Баш 17:7; Лев 26:42; Зәб 97:3; Ишғ 41:8. Ата-бабаларыбыҙға биргән вәғәҙәһе буйынса,
Ибраһимға, уның нәҫеленә мәңгелеккә
мәрхәмәтен күрһәтергә онотмайса
Үҙенең хеҙмәтсеһе Исраилға ярҙам итте.
56Мәрйәм, өс айға яҡын Әлисабет янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтты.
Сумдырыусы Яхъяның тыуыуы
57Әлисабеттың бала табыр ваҡыты етте, һәм ул ир бала тыуҙырҙы. 58Күршеләре менән туғандары, Раббының Әлисабетҡа оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанды. 59#Баш 17:12.Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килде һәм атаһының исеме менән Зәкәрьяһ тип атарға ниәтләне. 60Әммә баланың әсәһе:
– Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш, – тине.
61– Туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тине улар Әлисабетҡа.
62Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һоранылар. 63Зәкәрьяһ яҙыу таҡтаһы һорап алды ла: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙҙы. Быға барыһы ла аптырашта ҡалды. 64Шул мәлдә үк Зәкәрьяһтың теле асылды һәм ул Алланы данлап һөйләй башланы. 65Зәкәрьяһ менән Әлисабеттың бар күрше-күләне ҡурҡыуға төштө, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралды. 66Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килде.
Сөнки Раббының ҡөҙрәте бала менән ине.
Зәкәрьяһтың пәйғәмбәрлеге
67Яхъяның атаһы Зәкәрьяһ, Изге Рух менән һуғарылып, былай тип пәйғәмбәрлек ҡылды:
68 # Зәб 129:7, 8. – Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ!
Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,
69 # Зәб 131:17. Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған
Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
70Был турала Ул бик күп йылдар элек
Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
71Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан,
беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ.
72 # Баш 17:7; Зәб 105:45. Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә,
Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –
73атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:
74Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас,
бер кемдән дә ҡурҡмайынса,
75ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә
Уның алдында изге һәм тәҡүә булып,
Уға хеҙмәт итә аласаҡбыҙ.
76Ә һин, сабый,
Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың,
Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.
77Һин Уның халҡына гонаһтары ярлыҡаныуы,
ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
78 # Млх 4:2. Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул –
беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
79 # Ишғ 9:2. Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға
яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
80Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.

Currently Selected:

Лукас 1: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in