Матфей 4
4
Ғайсаның һынау үтеүе
1Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте. 2Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. 3Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.
4– «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.
5Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы 6ла, былай тине:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләренә
бойороҡ бирер:
Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип,
Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
7Ғайса уға:
– Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.
8Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:
9– Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.
10– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.
11Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
12Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте. 13Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты. 14Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
15«Эй Завулон ере, Неффалим ере,
диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм
Иордан аръяғындағы ерҙәр!
Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!
16Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә.
Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».
17Шул ваҡыттан алып Ғайса:
– Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.
Тәүге шәкерттәр
18Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.
19– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар#4:19 Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра. итермен, – тине Ғайса уларға.
20Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 21Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. 22Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.
Ғайсаның Галилеяла вәғәзләп, һауыҡтырып йөрөүе
23Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. 24Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 25Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан#4:25 Ун Ҡала – (грекса Декаполис) башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙ аллы ҡалалар федерацияһы., Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.
Voafantina amin'izao fotoana izao:
Матфей 4: BskNT14
Asongadina
Hizara
Dika mitovy
Tianao hovoatahiry amin'ireo fitaovana ampiasainao rehetra ve ireo nasongadina? Hisoratra na Hiditra
© Институт перевода Библии, 2014