Яхъя 19

19
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
1Шунан һуң Пилат Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. 2Ғәскәриҙәр, сәнскәк ботаҡтарынан таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр һәм 3янына килеп:
– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.
4Пилат йәнә сығып, халыҡҡа:
– Ҡарағыҙ! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмауымды белдереү өсөн, Уны һеҙҙең алдығыҙға сығарам, – тине.
5Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейгән Ғайса сығып баҫты.
– Бына Кеше! – тине Пилат.
6Баш руханиҙар һәм һаҡсылар Уны күргәс:
– Уны арҡысаҡҡа#19:6 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
Пилат уларға:
– Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.
7Йәһүдтәр:
– Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.
8Быны ишеткәс, Пилат бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө 9һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан:
– Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.
10– Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилат. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хаҡым барлығын белмәйһеңме ни?
11Ғайса уға яуап итеп:
– Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.
12Был һүҙҙәренән һуң Пилат Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә:
– Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.
13Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилат Ғайсаны сығарып, «Таш баҫма» (йәһүдсә «Габбата») тип аталған ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. 14Ҡотҡарылыу байрамы алды көнөнөң төш тирәһе ине. Пилат йәһүдтәргә:
– Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине.
15Ә улар:
– Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне.
– Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилат.
Баш руханиҙар:
– Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.
16Шунда Пилат Уны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Ғайсаны алып киттеләр.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
17Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде. 18Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. 19Пилат ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 20Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш руханиҙары Пилатҡа:
21– «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр.
22Пилат:
– Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.
23Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Сапанын да алдылар, сапан иһә тегелмәгән, ә бер бөтөн туҡыма ине.
24Улар бер-береһенә:
– Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште.
Был хәл Изге Яҙмалағы:
«Улар Минең кейемдәремде бүлешеп алды,
өҫ кейемемә йәрәбә һалды», –
тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә.
25Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клеопа ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. 26Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә:
– Ханым! Бына был – һинең улың, – тине. 27Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине.
Шул ваҡыттан шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.
Ғайсаның үлеме
28Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн:
– Мин һыуһаным! – тине.
29Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас#19:29 Майағас – йәһүдтәрҙең дини йолаларында ҡулланылған үҫемлек. сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс:
– Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
31Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ирҙәрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилаттан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан алып ташлай алырҙар ине.
32Ғәскәриҙәр килеп, Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, унан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33Әммә Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күреп, аяҡтарына теймәнеләр. 34Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.
35Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә. 36Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. 37Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
38Шунан һуң Аримафейҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилат рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. 39Алдағы бер төндә Ғайса янында булған Никодим да килде һәм йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ#19:39 Мирра менән алоэ: Мирра – йәһүдтәрҙең дини йолаһы буйынса ерләү алдынан мәйеткә һөртөлә торған ҡыйбатлы еҫле ыҫмала. Алоэ – үлән. Япрағынан ҡиммәтле хуш еҫ әҙерләгәндәр. Үлгән кешене күмер алдынан уны тауарға һеңдергәнсе һөрткәндәр. ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. 40Улар Ғайсаның кәүҙәһен, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һибелгән кәфенгә уранылар. 41Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булғанға һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар.

Выбрано:

Яхъя 19: BskNT14

Выделить

Поделиться

Копировать

None

Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь