Башланмыш 16
16
Хәжәр менән Исмәғил
1Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине. 2Сарая Ибрамға:
– Раббы миңә бала бирмәне инде. Һин минең хеҙмәтсем менән йоҡлап ҡара, бәлки, ул миңә бала табып бирер, – тине.
Ибрам Сараяның һүҙен тыңланы. 3Сарая хеҙмәтсеһен – мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе – иренә йәриә итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡәнғәнгә килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне. 4Ибрам Хәжәр менән яҡынлыҡ ҡылды. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡмай башланы.
5– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.
6– Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә.
Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте. 7Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға алып барған юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты. 8Унан:
– Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.
– Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.
9Раббы фәрештәһе уға былай тине:
– Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон. – 10Шунан дауам итте:
– Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.
11Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте:
– Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил #16:11 Исмәғил – йәһүд телендә «Ишмаэл» – «Алла ишетте» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.
12Улың кешеләр араһында
Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр:
Һәр кешегә ҡулын күтәрер.
Барыһынан да үҙе шуны күрер,
Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр.
13Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои»#16:13 Эл-Рои – йәһүд телендә «Мине күреүсе Алла» тигән мәғәнәлә. – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине. 14Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои»#16:14 Беер-Лахай-Рои – йәһүд телендә «Мине күреүсе Тере Заттың ҡоҙоғо» тигән мәғәнәлә. тип атала.
15Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе. Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты. 16Хәжәр Исмәғилде тапҡанда, Ибрам һикһән алты йәшендә ине.
Выбрано:
Башланмыш 16: БВЗ(н)
Выделить
Поделиться
Копировать
Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.