Башланмыш 17
17
Сөннәт – килешеү билдәһе
1Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине:
– Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул. 2Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм.
3Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:
4– Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың. 5Исемең Ибрам#17:5 Ибрам – йәһүд телендә «Аврам» – «бөйөк ата» тигән мәғәнәлә. түгел, Ибраһим#17:5 Ибраһим – йәһүд телендә «Авраһам» – «күптәрҙең атаһы» тигән мәғәнәлә. булыр, сөнки һине бик күп халыҡтарҙың атаһы итермен. 6Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр. 7Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын. 8Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.
9Алла Ибраһимға былай тине:
– Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ. 10Һинең һәм нәҫелең менән төҙөгән килешеүҙең шарты шул: арағыҙҙағы ир-аттың һәммәһе лә сөннәтле булһын. 11Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫеп алығыҙ. 12Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан быуынға шулай булһын. 13Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ. 14Ә сөннәтләнмәгән ир-егет – халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.
15Алла Ибраһимға тағы былай тине:
– Ҡатының Сараяны инде Сарая тип атама, бынан һуң уның исеме Сара#17:15 Сара – йәһүд телендә «бейбикә» тигән мәғәнәлә. булыр. 16Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.
17Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Этән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы. 18Шунан Аллаға:
– Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине.
19– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ#17:19 Исхаҡ йәһүд телендә «көлөр» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.
20Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.
21Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.
22Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты.
23Ибраһим шул көндө үк улы Исмәғилде лә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәрҙе лә – өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙы сөннәткә ултыртты. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне. 24Сөннәткә ултырған саҡта Ибраһимға туҡһан туғыҙ, 25ә улы Исмәғилгә ун өс йәш ине. 26Ибраһим да, улы Исмәғил дә, 27Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе – уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә шул бер көндә сөннәтләнде.
Выбрано:
Башланмыш 17: БВЗ(н)
Выделить
Поделиться
Копировать
Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.