Яхъя 3
3
Ғайса һәм Никодемус
1Йәһүд башлыҡтары араһында Никодемус атлы бер фарисей бар ине.
2Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп:
– Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.
3Ғайса уға:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан#3:3 Грек һүҙе «юғарынан» һәм «яңынан» тигән мәғәнәләрҙе аңлата. тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.
4– Кеше, инде ҡартайып бөткәс, нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодемус. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?
5Ғайса былай тип яуапланы:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ! 6Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух. 7Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә. 8Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә#3:8 Грек телендәге «пнеума» һүҙе «ел» һәм «Рух» тигән мәғәнәләрҙе аңлата., һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.
9Никодемус Унан:
– Нисек улай була алһын? – тип һораны.
10– Һин, Исраил халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – 11Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ. 12Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ? 13Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.
14-15Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек#3:14-15 Был урында Мусаның сүлдә, Алла ҡушыуы буйынса, баҡырҙан яһалған йыланды һайғауға беркетеп, юғарыға күтәреп ҡуйыуы тураһында һүҙ бара (ҡарағыҙ: «Иҫәп», 21:9)., Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш. 16Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.
17Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. 18Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы. 19Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
20Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй. 21Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.
Яхъяның Ғайса хаҡындағы шаһитлығы
22Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы. 23Яхъя ла Салейм янындағы мул һыулы Айнонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине. 24Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.
25Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты. 26Улар Яхъяға килде:
– Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, бөтәһе лә Уның янына бара.
27Яхъя былай тип яуапланы:
– Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай. 28Һеҙ – минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар. 29Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған. 30Ул – үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.
31Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә – ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Күктән Килгән иһә һәммәһенән өҫтөн. 32Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй. 33Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай. 34Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә. 35Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған. 36Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.
Zvasarudzwa nguva ino
Яхъя 3: БашИЯ2023
Sarudza vhesi
Pakurirana nevamwe
Sarudza zvinyorwa izvi
Unoda kuti zviratidziro zvako zvichengetedzwe pamidziyo yako yose? Nyoresa kana kuti pinda
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: