Яхъя 4
4
Ғайса һәм Самария ҡатыны
1Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте 2(ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине). 3Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып, ҡабат Галилеяға китте. 4Уға Самария өлкәһе аша уҙырға тура килде.
5 #
Баш 33:19; Йуш 24:32. Ул Самарияның Сүхәр тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡуптың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине. 6Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы. 7-8Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде.
– Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.
9Ҡатын:
– Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самариялыларҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).
10Ғайса:
– Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
11– Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән? 12Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуп ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡуптан бөйөгөрәкме ни?
13Ғайса уға былай тине:
– Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар, 14ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
15– Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын.
16Ғайса уға:
– Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.
17– Минең ирем юҡ, – тип яуапланы ҡатын.
– Ирем юҡ, тип дөрөҫөн әйттең, – тине Ғайса. – 18Һинең биш ирең булды, ә хәҙер бергә йәшәп ятҡан кешең һиңә ир түгел, һин дөрөҫ әйттең.
19– Әфәндем! – тине Уға ҡатын. – Күрәм, Һин пәйғәмбәр. 20Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Йәрүсәлимдә генә, тиһегеҙ.
21Ғайса уға былай тине:
– Эй ҡатын, ышан Миңә, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Йәрүсәлимдә лә табынмаясаҡһығыҙ. 22Һеҙ – самариялылар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә. 23Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән#4:23 Рух һәм хәҡиҡәт менән – был һүҙҙәрҙе «Алла Рухы һәм хәҡиҡәт менән» тип тә аңларға мөмкин. табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй. 24Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.
25Ҡатын Уға:
– Мәсихтең (йәғни мәсехләнгән Заттың#4:25 Мәсехләнгән Зат – 1:41-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.
26– Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса.
27Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы.
28Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә:
29– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине.
30Кешеләр, ҡаланан сығып, Ғайса янына юл тотто.
31Ул арала шәкерттәре Ғайсаны:
– Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.
32– Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.
33Шәкерттәр үҙ-ара:
– Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.
34Ғайса уларға былай тине:
– Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү. 35Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде! 36Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана. 37Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә. 38Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ.
39Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды. 40Самариялылар, Уның янына килеп, эргәләрендә ҡалыуын үтенгәс, Ғайса унда йәнә ике көнгә туҡталды. 41Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды. 42Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.
Һарай әһеленең улын һауыҡтырыу
43Ике көндән һуң Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто. 44«Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне. 45Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Йәрүсәлимдәге байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне.
46Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине. 47Был кеше, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына китте һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын ялбарҙы.
48Ғайса уға:
– Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.
49– Әфәндем! Балам үлгәнсе бара күр инде, – тип үтенде һарай әһеле.
50– Бар, өйөңә ҡайт, улың иҫән-һау, – тине Ғайса.
Ул Ғайсаның ошо һүҙенә ышанып ҡайтып китте. 51Ҡайтып барғанында хеҙмәтселәре ҡаршы осраны һәм улының һауығыуын хәбәр итте. 52«Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр:
– Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы.
53Атай кеше Ғайсаның: «Улың иҫән-һау», – тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. 54Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.
Zvasarudzwa nguva ino
Яхъя 4: БашИЯ2023
Sarudza vhesi
Pakurirana nevamwe
Sarudza zvinyorwa izvi
Unoda kuti zviratidziro zvako zvichengetedzwe pamidziyo yako yose? Nyoresa kana kuti pinda
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023