Лукас 23
23
Ғайса Пилатос алдында
(Маҫ 27:11-14; Мрк 15:1-5; Ях 18:28-37)
1Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде.
2– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.
3Пилатос Ғайсанан:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.
Ғайса иһә:
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы.
4Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа:
– Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.
5Әммә улар:
– Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.
Ғайса Һируд алдында
6Пилатос, Галилея тураһында ишеткәс:
– Ул Галилеянанмы ни? – тип һораны.
7Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине. 8Һируд Ғайсаны күреп ҡыуанып китте, сөнки күптән инде Уны күргеһе килеп йөрөй ине. Сөнки Һируд, Ғайса тураһында ишетеп, Уның үҙенә ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнде. 9Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы. 10Шунда торған баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны үтә лә тырышып ғәйепләнеләр. 11Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе. 12Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилатос менән Һируд шул көндән дуҫлашып китте.
Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе
(Маҫ 27:15-26; Мрк 15:6-15; Ях 18:39–19:16)
13Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14былай тине:
– Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым. 15Һируд та ғәйеп тапманы, сөнки Уны беҙгә кире ҡайтарҙы. Шулай итеп, был Әҙәм үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16-17Шуға күрә, уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм#23:16-17 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 17-се аят та бар: «Пилатос, байрам уңайы менән, бер тотҡондо иреккә сығарырға тейеш ине»..
18Халыҡ бер тауыштан:
– Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы.
19Бараббас иһә ҡалалағы фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылғайны. 20Пилатос, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт итте. 21Ләкин улар:
– Арҡысаҡҡа#23:21 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне.
22Пилатос өсөнсө тапҡыр:
– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине.
23Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды. 24Пилатос уларҙың талабын үтәргә ҡарар итте. 25Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
(Маҫ 27:32-44; Мрк 15:21-32; Ях 19:17-27)
26Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Шимғон исемле бер Курене кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалдылар ҙа Ғайса артынан барырға ҡуштылар. 27Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. 28Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине:
– Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29«Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30#Һош 10:8.Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр?
32Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине. 33«Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 34Ғайса:
– Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине.#23:34 Ҡайһы бер иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа аят башындағы һүҙҙәр юҡ, әммә улар элекке ваҡыттарҙан был китаптың шикһеҙ өлөшө булып торған.
Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар. 35Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп:
– Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.
36Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡылланы. Ғайсаға яҡын килеп, әсе шарап тәҡдим иттеләр ҙә:
37– Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тинеләр.
38Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар.
39Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп:
– Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине.
40Икенсеһе иһә, киреһенсә:
– Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Һин үҙең дә Уның кеүек үк язаға тарттырылғанһың бит, – тип тегене тыйҙы. – 41Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине. 42Шунан Ғайсаға өндәште:
– Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.
43Ғайса уға:
– Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине.
Ғайсаның үлеме
(Маҫ 27:45-56; Мрк 15:33-41; Ях 19:28-30)
44 #
Ғам 8:9. Көн үҙәге ине. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 45#Сығ 26:31-33; 36:35.Ҡояш тотолдо, Алла йортондағы пәрҙә уртаға йыртылды. 46#Зәб 30:6.Ғайса көслө тауыш менән:
– Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.
47Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙ башы, Алланы данлап:
– Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә булған икән, – тип ҡуйҙы.
48 #
Ғам 8:10. Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәрен төйә-төйә ҡалаға ҡайтып китте. 49Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торҙо.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Маҫ 27:57-61; Мрк 15:42-47; Ях 19:38-42)
50Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер игелекле һәм тәҡүә кеше бар ине. 51Ул, Йәһүҙиә ерендәге Аримаҫая ҡалаһынан булып, Алла Батшалығының килгәнен көтә ине. Йософ Юғары кәңәшмәнең ҡарарын һәм ҡылған эшен хупламаны. 52Ул, Пилатос янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға һораны. 53Шунан кәүҙәне арҡысаҡтан төшөрҙө лә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем дә һалынмаған ҡәбергә алып барып ҡуйҙы. 54Байрамға әҙерләнә торған йома көн ине, шәмбе етеп килә ине.
55Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар, Йософ артынан барып, Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торҙолар. 56Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр.
Zvasarudzwa nguva ino
Лукас 23: БашИЯ2023
Sarudza vhesi
Pakurirana nevamwe
Sarudza zvinyorwa izvi
Unoda kuti zviratidziro zvako zvichengetedzwe pamidziyo yako yose? Nyoresa kana kuti pinda
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: