1
Марк 4:39-40
Инжил
Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты. – Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.
Ṣe Àfiwé
Ṣàwárí Марк 4:39-40
2
Марк 4:41
Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.
Ṣàwárí Марк 4:41
3
Марк 4:38
Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.
Ṣàwárí Марк 4:38
4
Марк 4:24
Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.
Ṣàwárí Марк 4:24
5
Марк 4:26-27
Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә, унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә.
Ṣàwárí Марк 4:26-27
6
Марк 4:23
Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Ṣàwárí Марк 4:23
Ilé
Bíbélì
Àwon ètò
Àwon Fídíò