Башланмыш 15

15
Раббының Ибрам менән төҙөгән килешеүе
1Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә:
– Ҡурҡма, Ибрам.
Мин – һинең Ҡалҡаның.
Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
2Әммә Ибрам:
– Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.
3– Бына, Һин миңә нәҫел насип итмәгәс, – тип дауам итте Ибрам, – хеҙмәтсем вариҫым була инде.
4Раббы тағы өндәште:
– Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ.
5Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла:
– Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте:
– Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.
6Ибрам Раббыға ышанды һәм Раббы быны тоғролоҡ тип ҡабул итте.
7Алла Ибрамға:
– Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.
8– Эй Раббы Хакимым! Был ерҙәрҙе мираҫ итеп аласағымды мин нимәнән белә алам? – тип һораны Ибрам.
9Раббы былай тине:
– Миңә һыйыр, кәзә, һарыҡ тәкәһе алып кил. Һәммәһе лә өсәр йәшлек булһын. Бер алатуба менән бер бала күгәрсен дә килтер.
10Ибрам әйтелгәндәрҙе алып килеп салды ла, һәр береһен урталайға бүлеп, киҫәктәрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне. 11Һуйып һалынған малдарға йыртҡыс ҡоштар ябырылды, әммә уларҙы Ибрам ҡыуып ебәрҙе.
12Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды.
13Раббы Ибрамға былай тине:
– Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер. 14Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр. 15Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең. 16Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
17Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте. 18-21Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине:
– Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.

Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:

Башланмыш 15: БВЗ(н)

Ìsàmì-sí

Pín

Daako

None

Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀