Башланмыш 18

18
Өс ҡунаҡ
1-2Мамре ағаслығы янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:
3– Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине. 4Һыу алып килеп аяҡтарығыҙҙы йыуырҙар, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ. 5Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит.
– Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар.
6Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине:
– Өс сеа#18:6 Өс сеа – яҡынса 13 кг. иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.
7Үҙе көтөүгә йүгерҙе, бер яҡшы, көр башмаҡты һайлап алып хеҙмәтсеһенә тапшырҙы ла ашарға әҙерләргә ҡушты. 8Ибраһим ҡунаҡтар алдына эремсеген, һөтөн, бешереп килтерелгән итен ҡуйҙы, ә үҙе, улар ашаған саҡта, яҡындағы ағас янында баҫып торҙо.
9– Ҡатының Сара ҡайҙа? – тип һораны ҡунаҡтар.
– Бында, сатырҙа, – тип яуапланы Ибраһим.
10– Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ.
Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине. 11Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны. 12Сара эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам дә ҡарт», – тип уйланы.
13– Ниңә Сара, хәҙер инде ҡарсыҡ булғас, бала таба аламмы ни инде, тип көлә әле? – тине Раббы Ибраһимға. – 14Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.
15– Мин көлмәнем, – тип аҡланып маташты ҡурҡып ҡалған Сара.
Әммә Раббы:
– Юҡ, һин көлдөң, – тине.
Ибраһимдың Содом өсөн ялбарғаны
16Мосафирҙар торҙо ла Содомға ҡарай юл алды. Ибраһим уларҙы оҙатып китте.
17Раббы былай тине:
– Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни! 18Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ. 19Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.
20Шунан Ибраһимға:
– Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. – 21Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән?
22Мосафирҙарҙың икеһе Содомға табан йүнәлде, Ибраһим иһә Раббы хозурында ҡалды. 23Раббыға яҡыныраҡ килеп:
– Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. – 24Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы? 25Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
26– Әгәр Содомда тәҡүә илле кешене тапһам, улар хаҡына был ҡаланы аярмын, – тип яуап бирҙе Раббы.
27– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм: 28әгәр ҙә тәҡүә иллегә биш кеше тулмаһа, шул етмәгән бишәү өсөн тотош ҡаланы юҡ итерһеңме?
– Әгәр ҙә мәгәр унда ҡырҡ биш тәҡүәне тапһам, ҡаланы юҡ итмәм, – тип яуап бирҙе Раббы.
29Ибраһим йәнә һораны:
– Ә, бәлки, унда ҡырҡ ҡына кеше табылыр?
Раббы яуапланы:
– Ҡырҡ ҡына кеше хаҡына ла быны эшләмәм.
30– Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүә утыҙ ғына бәндә табылыр? – тине Ибраһим.
Раббы:
– Әгәр бигонаһ утыҙ бәндә табыла икән, ҡаланы аярмын, – тип яуапланы.
31Ибраһим әйтеүен белде:
– Бөйөк Хакимымдан мин тағы һорарға баҙнат итәм: әгәр ундайҙар тик егерме генә булһа?
– Егерме бәндә хаҡына ла аярмын, – тип яуапланы Раббы.
32– Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым, бәлки, унда тәҡүәләр унау ғыналыр? – тип дауам итте Ибраһим.
– Ун бәндә хаҡына ла аярмын, – тине Раббы.
33Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтты.

Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:

Башланмыш 18: БВЗ(н)

Ìsàmì-sí

Pín

Daako

None

Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀