Башланмыш 24
24
Исхаҡ менән Рабиға
1Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды.
2Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине:
– Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, 3күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма! 4Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт.
5Хеҙмәтсеһе унан:
– Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш буламмы? – тип һораны.
6– Ҡара уны, улымды унда алып китәһе булма! – тине Ибраһим. – 7Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың. 8Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙ һинең менән килергә теләмәһә, антыңдан азат булырһың, әммә улымды унда алып барма!
9Хеҙмәтсеһе хужаһының йән еренә ҡулын ҡуйып ант итте. 10Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға#24:10 Арам-Наһараим – Месопотамияның төньяҡ-көнбайыш өлөшө. сәфәр сыҡты.
11Барып еткәс, дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине. 12Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине:
– Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма! 13Бына мин ҡала ҡыҙҙары һыуға йөрөй торған ҡоҙоҡ янында торам. 14Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!
15Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте. 16Ул төҫкә-башҡа бик һылыу, әле кейәүгә бармаған ғиффәтле ҡыҙ ине. Ҡоҙоҡ янына төшөп көршәгенә һыу алды ла кире боролдо. 17Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡаршыһына йүгереп сыҡты ла:
– Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! – тип үтенде.
18– Эсә күр, әфәндем, – тине Рабиға. Шунда уҡ яурынынан көршәген төшөрөп, Ибраһимдың хеҙмәтсеһенә һыу эсерҙе. 19Шунан былай тине:
– Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эсһендәр.
20Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе – дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны. 21Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә күҙәтте. 22Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.
23– Кем ҡыҙы һин? – тип һораны. – Атайың йортонда ҡунып сығырлыҡ урын булмаҫмы икән?
24– Мин Милка менән Нахорҙың улы Беҫуилдың ҡыҙы булам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. – 25Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр.
26Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:
27– Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.
28Ҡыҙ өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, барыһын да һөйләп бирҙе. 29-30Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине.
31– Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! – тине Лаван. – Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем.
32Ибраһимдың хеҙмәтсеһе өйгә инде. Лаван дөйәләрҙең йөгөн бушатты, уларға һалам менән аҙыҡ һалды, ә ҡунаҡ менән уның юлдаштарына аяҡтарын йыуырға һыу бирҙе. 33Табынға ултырғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе:
– Маҡсатымды һөйләмәйенсә ауыҙыма ризыҡ ҡапмайым, – тип белдерҙе.
– Һөйлә, улайһа, – тине Лаван.
34– Мин Ибраһимдың хеҙмәтсеһемен, – тип һүҙ башланы ҡунаҡ. – 35Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның. 36Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына тапшырҙы. 37Хужам минән ант иттерҙе. Улына ҡатынды әле ул йәшәп ятҡан Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан түгел, 38ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты.
39Хужамдан: «Әгәр ҡыҙ минең менән килергә риза булмаһа?» – тип һораным. 40Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың. 41Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың».
42Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән, 43бына мин әле ҡоҙоҡ янында торам. Һыу алырға килгән ҡыҙға мин: „Көршәгеңдән һыу эсер әле“, – тип әйтермен. 44Әгәр ул: „Үҙең дә эс, дөйәләреңде лә һуғарырмын“, – тип яуап ҡайтарһа, хужамдың улына Раббы насип иткән ҡатындың шул икәнлеген аңлармын».
45Шулай тип доға ҡылырға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға инешкә төштө лә һыу һирпеп алды. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным. 46Ул шунда уҡ көршәген һоноп: «Эс. Мин һинең дөйәләреңде лә һуғарырмын», – тине. Үҙем дә эстем, дөйәләремде лә һуғарҙы. 47Мин: «Кем ҡыҙы һин?» – тип һораным. Ул: «Нахор менән Милкатың улы Беҫуилдың ҡыҙымын», – тине. Шунан мин уға танау алҡаһы, ҡулына беләҙектәр бирҙем. 48Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем. 49Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем.
50Лаван менән Беҫуил уға:
– Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. 51Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә.
52Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды. 53Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште. 54Аҙаҡтан ул юлдаштары менән бергә ашап-эсте лә йоҡларға ятты. Иртән торғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе:
– Хужама ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, – тине.
55Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе:
– Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, – тинеләр.
56– Тотҡарламағыҙ инде, – тине хеҙмәтсе. – Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама.
57– Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, – тинеләр.
58Рабиғаны саҡырҙылар ҙа:
– Ошо кеше менән китәһеңме? – тип һоранылар.
– Китәм, – тине ул.
59Рабиғаны, уның һөт әсәһен, Ибраһимдың хеҙмәтсеһен һәм юлдаштарын – барыһын да оҙатып ебәрҙеләр. 60Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр:
– Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ,
Мең булһын, ун мең булһын!
Һинең балаларың алдында
Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!
61Рабиға менән уның хеҙмәтсе ҡыҙҙары дөйәләргә атланды ла Ибраһимдың хеҙмәтсеһе артынан эйәрҙе. Шулай итеп хеҙмәтсе, Рабиғаны алып, юлға сыҡты.
62Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине. 63Кисләгәс кенә ул яланға сығып уйға батып йөрөй ине, ҡараһа – дөйәләр килә. 64Рабиға, Исхаҡты күргәс, дөйәһенән төштө.
65Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән:
– Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? – тип һораны.
– Был минең хужам, – тине хеҙмәтсе.
Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды.
66Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне.
67Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.
Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:
Башланмыш 24: БВЗ(н)
Ìsàmì-sí
Pín
Daako
Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.