Башланмыш 27
27
Исхаҡтың Яҡупты фатихалауы
1Бер ваҡыт инде ҡартайған һәм күҙе бик насар күргән Исхаҡ өлкән улын үҙ янына саҡыртып алды.
– Улым! – тине ул Ғаязға.
– Эйе, мин, атай! – тип яуап бирҙе улы.
2Исхаҡ былай тине:
– Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен – белмәйем. 3Ҡоралыңды – уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле. 4Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен.
5Рабиға Исхаҡтың Ғаяз менән һөйләшкәнен ишетеп ҡалды. Ғаяз һунарға киткәс, 6улы Яҡупҡа былай тине:
– Мин атайыңдың Ғаязға һунарға барып 7ҡыр йәнлеге атып килтерергә лә уны тәмле итеп әҙерләргә ҡушҡанын ишеттем. Атайың һыйланып алғас, Раббы ҡаршыһында Ғаязға үҙенең фатихаһын бирәсәк. 8Хәҙер, улым, мине тыңла: ни эшләргә кәрәклеген әйтәм. 9Көтөүгә бар ҙа көр генә ике кәзә бәрәсен һайлап алып ҡайт. Мин уларҙы атайың яратҡанса тәмле итеп бешерермен дә 10һин уны атайыңа алып барырһың, ул ашар ҙа фатихаһын һиңә бирер.
11– Ағайым йөнтәҫ бит, – тине Яҡуп, – ә минең тәнем шыма. 12Бәлки, атайым мине һыйпап ҡарарға булыр? Әгәр ул алдағанымды белеп ҡалһа, мине фатиха түгел, ҡәһәр көтә.
13Әммә әсәһе былай тине:
– Төшһә, был ҡәһәр миңә төшһөн, улым. Һин минең һүҙемде тыңла ла әйткәнемде эшлә.
14Яҡуп көтөүҙән кәзә бәрәстәрен алып ҡайтты, ә Рабиға уларҙы Исхаҡ яратҡанса тәмле итеп бешерҙе. 15Шунан ул өлкән улы Ғаяздың өйҙә булған иң яҡшы кейемдәрен алды ла кесе улы Яҡупҡа кейҙерҙе. 16Яҡуптың ҡулдары менән муйынын кәзә тиреһе менән ҡапланы. 17Яҡупҡа тәмле итеп бешергән ризыҡ менән икмәк тотторҙо. 18Яҡуп атаһы янына инде лә:
– Атай! – тине.
– Эйе, улым, ә һин улдарымдың ҡайһыһы? – тине Исхаҡ.
19– Мин Ғаяз, һинең өлкән улың, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Әйткәнеңде эшләнем. Тороп ултыр ҙа мин аулаған йәнлек итен аша, шунан миңә үҙеңдең фатихаңды бирерһең.
20– Улым, нисек һин улай йәнлекте бик тиҙ тота алдың? – тип һораны Исхаҡ.
Тегеһе:
– Раббы, һинең Аллаң, миңә ярҙамын бирҙе, – тине.
21– Яҡыныраҡ кил әле, – тине Исхаҡ. – Ҡана, мин һине һыйпап ҡарайым, һин Ғаязмы, әллә түгелме?
22Яҡуп атаһы янына килде. Атаһы уны ҡапшап ҡараны ла:
– Тауышы Яҡуптыҡы, ә ҡулдары Ғаяздыҡы, – тине.
23Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, уны таныманы, фатихаһын бирә башлап:
24– Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны.
– Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.
25– Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине фатихалайым.
Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. Исхаҡ ашаны-эсте. 26Шунан һуң:
– Кил, улым, үп мине, – тине.
27Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне:
«Улым еҫе – Раббы фатихалаған яландар еҫе,
28Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә
Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.
29Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр,
Баш эйһен һиңә ырыуҙар.
Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин,
Әсәң уландары һиңә баш эйер.
Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр,
Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»
30Исхаҡ Яҡупҡа фатихаһын биреп, Яҡуп атаһы янынан сығып китеү менән, Ғаяз ауҙан ҡайтып инде. 31Ул тәмле итеп ашарға әҙерләне лә атаһына алып килде:
– Тор, атай, һунарҙан алып ҡайтҡан ризығымды аша, фатихала мине! – тине.
32– Һин кем? – тип һораны атаһы.
– Мин һинең өлкән улың Ғаяз, – тип яуап бирҙе ул.
33Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып:
– Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.
34Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә атаһынан:
– Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! – тип үтенде.
35– Ҡустың килгән булған миңә, – тине Исхаҡ. – Ул алдап һиңә тейеш фатиханы алған.
36Әйтте Ғаяз:
– Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп#27:36 Яҡуп – был исемдең йәһүд телендә «хәйләкәр» тигән мәғәнәһе лә бар. түгел – ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле фатиха ла юҡ!
– Шулай итеп минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? – тип һораны Ғаяз атаһынан.
37Исхаҡ былай тип яуап бирҙе:
– Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?
38– Атай, һинең фатихаң берәү генәме ни һуң? – тип һораны Ғаяз Исхаҡтан. – Мине лә бәхиллә, атай!
Ғаяз илап ебәрҙе, 39ә атаһы Исхаҡ уға былай тине:
– Йәшәгән төйәгең күктең ысығы һуғарған,
Уңдырышлы ерҙән алыҫ булыр.
40Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр,
Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа.
Әммә килер бер көн – һин ярһырһың,
Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.
41Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!» 42Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине:
– Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә. 43Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас. 44-45Ағайыңдың ярһыуы ҡайтҡансы, уның һиңә булған асыуы бөтөп, һинең был ҡылығыңды онотҡансы, шунда йәшәп тор. Һуңынан кеше ебәртеп, һине унан алдыртырмын. Юғиһә мин бер көндә икегеҙҙән дә тороп ҡалырмын бит.
46Шунан Рабиға Исхаҡҡа:
– Был хитти ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хитти ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл! – тине.
Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:
Башланмыш 27: БВЗ(н)
Ìsàmì-sí
Pín
Daako
Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: