Башланмыш 28

28
1Исхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нәсихәтен әйтте:
– Ҡәнғән ҡыҙҙарына өйләнәһе булма. 2Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән. 3Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен. 4Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!
5Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.
6Ғаяз Исхаҡтың Яҡупҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының фатиха биреү менән бергә Яҡупҡа Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде 7һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте. 8Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы. 9Ибраһимдың улы Исмәғилгә китте. Ул башҡа ҡатындары өҫтөнә Исмәғилдең ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнде. Махалаҫ Невайоҫтың һеңлеһе ине.
Яҡуптың төшө
10Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды. 11Бер урынға барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Ул баш аҫтына таш һалды ла йоҡларға ятты. 12Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш. 13Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш:
– Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм. 14Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр. 15Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.
16Яҡуп йоҡоһонан уянды ла:
– Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине.
Шунан ул шомланып:
17– Ҡурҡыныс урын бит был! – тип ҡуйҙы. – Был бит Алла йорто, күк ҡапҡаһы.
18Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалып ятҡан ташты һәйкәл һымаҡ баҫтырып ҡуйҙы һәм өҫтөнә зәйтүн майы ҡойҙо. 19Был урынды ул Бейт-Ил#28:19 Бейт-Ил – йәһүд телендә «Алла йорто» тигән мәғәнәлә. тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.
20Яҡуп шундай нәҙер әйтте:
– Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә, 21әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр. 22Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.

Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:

Башланмыш 28: БВЗ(н)

Ìsàmì-sí

Pín

Daako

None

Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀