Башланмыш 33

33
Яҡуп менән Ғаяздың осрашыуы
1Яҡуп ҡарағайны, күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы Ғаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнең, Рәхиләнең, тағы ике йәриәһенең балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты. 2Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда – балалары менән йәриәләре, улар артында – балалары менән Лиә, уларҙан һуң – Рәхилә менән Йософ. 3Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды. 4Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр. 5Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз:
– Кемдәрең был һинең? – тип һораны.
– Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла биргән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.
6Йәриәләре балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе. 7Унан һуң балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе.
8– Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз.
– Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп.
9– Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡалһын, – тине Ғаяз.
10– Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың. 11Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар.
Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
12– Әйҙә, юлыбыҙҙы дауам итәйек, – тине Ғаяз Яҡупҡа. – Мин һинең менән бергә барам.
13Әммә Яҡуп:
– Үҙең беләһең, хакимым, бала-саға тиҙ арый, имеҙгән кәзә-һарыҡты, һауын һыйырҙарҙы ашыҡтырып ҡыуһаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар. 14Әйҙә, хакимым, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан – бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеғирға, һинең яныңа, хакимым, шулай барып етермен әле.
15– Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз.
– Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән.
16Шул уҡ көндә Ғаяз Сеғирға ҡайтып китте, 17ә Яҡуп Суккоҫҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына кәртәләр эшләне. Шуға күрә был урынды Суккоҫ тип атаны.
18Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды. 19Ул сатырын ҡорған ер билмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.
20Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил#33:20 Эл-Элоһе-Исраил – йәһүд телендә «Эл – Исраил Аллаһы» тигән мәғәнәлә. тип атаны.

Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:

Башланмыш 33: БВЗ(н)

Ìsàmì-sí

Pín

Daako

None

Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀