Маҫҫайос 28
28
Ғайсаның үленән терелеүе
(Мрк 16:1-8; Лк 24:1-12; Ях 20:1-18)
1Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән башҡа Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. 2Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. 3Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. 4Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлек кеүек ҡатып ҡалды. 5Фәрештә ҡатындарға былай тине:
– Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. 6Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. 7Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул.
8Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр. 9Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты:
– Именлек һеҙгә! – тине.
Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.
10Шунан Ғайса уларға:
– Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.
Һаҡсылар ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар янында
11Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар, ҡалаға ҡайтып, баш ҡаһиндарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе. 12Баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, 13уларға:
– «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. 14Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.
15Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш
16Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде. 18#Днл 7:14.Ғайса уларҙың янына килеп былай тине:
– Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. 19Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, 20һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Currently Selected:
Маҫҫайос 28: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023