1
Яхъя 4:24
Инжил
Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.
Lee anya n'etiti ihe abụọ
Nyochaa Яхъя 4:24
2
Яхъя 4:23
Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй.
Nyochaa Яхъя 4:23
3
Яхъя 4:14
ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
Nyochaa Яхъя 4:14
4
Яхъя 4:10
Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
Nyochaa Яхъя 4:10
5
Яхъя 4:34
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Nyochaa Яхъя 4:34
6
Яхъя 4:11
– Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән?
Nyochaa Яхъя 4:11
7
Яхъя 4:25-26
Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни Май һөртөлгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине. – Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса.
Nyochaa Яхъя 4:25-26
8
Яхъя 4:29
– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки Ул Мәсихтер? – тине.
Nyochaa Яхъя 4:29
Ebe Mmepe Nke Mbụ Nke Ngwá
Akwụkwọ Nsọ
Atụmatụ Ihe Ogụgụ Gasị
Vidiyo Gasị