Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек тауға алып менде лә донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡты.
– Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул.
– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.